Стәрлетамаҡ ҡалаһының Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры асылған көндән бөгөнсәгә хеҙмәт иткән Рафиға Ғәлина үҙенең күркәм юбилейын ҡаршы алды. Бенефис спектакле итеп драматург Флорид Бүләковтың билдәле әҫәре махсус һайланған. Тәрән фәлсәфә менән һуғарылған пьеса кеүек актрисаның да тормошо күп яҡлы. Ул театрҙа тиҫтәләрсә образ сәхнәләштереп, сәнғәт үҫешенә ярты быуаттан ашыу ғүмерен арнаған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Флорид Бүләктовтың тотош донъя сәхнәләрен генә түгел, хатта сит ил киноиндустрияһын шаулатҡан «Әбейҙәргә ни етмәй?» әҫәре. Меңдәр һөйөүен яулаған пьеса Стәрлетамаҡ ҡалаһының Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры репертуарында ла лайыҡлы урын биләй. Ә уның сере ябай. Әҫәрҙең уңышы театр артистарының үҙ образын күңеле аша үткәреп уйнауында.
Шуға ла спектакль Башҡортостандың халыҡ артисы Рафиға Ғәлинаның юбилей бенефисына осраҡлы һайланмаған. Рафиға Арыҫлан ҡыҙы-Башҡортостанда профессиональ оҫталыҡ һәм сәнғәткә тоғролоҡ символы булып танылған шәхес. Ул Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры эш башлағандан алып уның үҫешенә ҙур өлөш индерә: театр асылыуына быйыл 35 йыл һәм актрисаның да әлеге театрҙа фиҙаҡәр хеҙмәт итеүенә 35 йыл. Ошо ваҡыт эсендә актриса өс тиҫтәнән ашыу сағыу ролдәр башҡарып өлгөрҙө.
Рафиға Ғәлинаны театрҙа ла, тормошта ла бер кеше, бер ролдә ҡала белеүе менән хөрмәт ҡаҙанған. Уның ҡарауы, тамашасыларҙа үҙ миҫалында кешелек сифаттарын тәрбиәләүе күптәргә өлгө.
Азат Ғәлиуллин




