«Салауат Юлаев» клубы КХЛ-дың даими чемпионатын 5-се урында тамамланы

Хәҙер Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре плей-оффтың беренсе этабында «Автомобилист» менән осраша. Тәүге ике уйын 23 һәм 25 мартта Екатеринбургта үтә. Артабан командалар 27 һәм 29 мартта «Өфө-арена»ла көс һынаша. Ә бит ярты йыл элек элек кенә эксперттар юлаевсыларҙың киләсәге ҡараңғы булыуын фаразлағайны. Әлбиттә, ул ваҡытта был аңлашыла ине, сөнки бронзалы миҙгелдән һуң клуб етәкселеге финанс ҡатмарлыҡтар арҡаһында бик күп хоккейсыларҙан баш тартты. Шулай ҙа миҙгел дауамында бер нисә хоккейсы менән контракт төҙөлөүе, шул иҫәптән Шелдон Ремпалдың ҡайтыуы яҡты киләсәккә өмөт уятты. Һәм был ысынлап та шулай булды. Юлаевсылар аутсайдерҙар сафынан ҡаҡшамаҫ командаға әйләнде.

Әйткәндәй, 29 мартта Өфө боҙ һарайында Полина Гагаринаның концерты үтергә тейеш була. 4-се уйын тура килеү менән бәйле Башҡортостандың халыҡ артисы үҙенең сығышын 24 майға күсерергә ҡарар иткән. Социаль селтәрҙәрҙә ул «Салауат Юлаев» клубын плей-оффҡа сығыуы менән ҡотлап, Гагарин кубогы өсөн көрәштә уңыш теләгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ