Урал аръяғы уҡсылары махсус хәрби операция геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алды

Баймаҡ районы Иҫән ауылында милли йəйəнəн уҡ атыу буйынса турнир ойошторолдо. Иҫән ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙәр-Ришат Әхмәтов һәм Ғәзиз Самарбаевтың яҡты иҫтәлектәренә бағышланған уҡ атыу буйынса ярыш үтте. Турнирға яугирҙәрҙең туғандары, яҡындары, ауыл халҡы һәм республиканың төрлө райондарынан 50-нән ашыу уҡсы йыйылды.

Егеттəрҙең иҫтəлектəренə арналған ярыш шəхси беренселекте һəм «Мəргəн ғаилə» турнирын үҙ эсенə алды. Тəүге этапта 18 метрҙан алып 70 метрға тиклемге аралыҡтағы 5 төрлө сəпкə уҡ атһалар, финал этабында 40 метрлыҡ алыҫлыҡтан сəпкə атыш барҙы. Турнирҙы Баймаҡ эшҡыуары Илдус Ибраһимов ойошторҙо.

Һəр уҡсы ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек сифаттарын йыйнап уҡтарын сəптең уртаһына сойорғоттолар. Турнирҙың төп маҡсаты яҡташтарҙың батырлығын иҫтә тотоу һәм хөрмәт итеүгә ҡайтып ҡалды. Ойоштороусылар сара барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ихтыяждарына аҡса йыйыу ойошторҙо.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ