Баймаҡта яугирҙар ғаиләләренә ярҙам көсәйтелә

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға. Баймаҡ ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Йәш гвардия» ойошмаһы ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Ирекмәндәргә эште башҡарыу өсөн көрәк һәм теләк кенә кәрәк. Быйылғы яуған күп ҡар инде ныҡлап ирей башлау сәбәпле һыу төшөүгә лә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Штабҡа ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр бар. Был юлы махсус хәрби операцияла улын юғалтҡан, әлеге ваҡытта тормош иптәше лә алғы һыҙыҡта булған яугир әсәһе һәм ҡатыны Зөһрә Яһүҙинаға ярҙам ҡулы һуҙылды.

Өфө яҡыулыҡ энергетика колледжының Баймаҡ филиалы, Урал аръяғының агро-сәнәғәт колледжының ирекмән студенттары, мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләренә маҡсатлы ярҙам күрһәтә. Был юлы улар ихаталағы ҡарҙы көрәп, гараж башын таҙартты.

Алғы һыҙыҡта үҙҙәренең хәрби бурыстарын башҡарған ваҡытта, районда тылда уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек тейешле кимәлдә күрелә Бындай ғәмәлдәр кешеләрҙә бурыс, хәстәрлек, ихтирам һәм яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ