Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры Өфө тамашасыһына «Ҡанатлы генерал» спектаклен тәҡдим итте.
«ҠанАтлы генерал» спектакле башҡорт халҡының ҡаһарман улы, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовтың тормошо һәм хәрби юлы тураһында. Сәхнәлә ябай ауыл көтөүсеһенән генерал-майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән егеттең яҙмышы сағылдырыла. Батыр рухы, ғәҙеллеге, эшһөйәрлеге һәм илһөйәрлеге уға уңыш ҡаҙанырға ярҙам итә. Пьесаның авторы Хәмит Ирғәлин, әҫәрҙе театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин сәхнәләштергән. Спектаклдә Таһир Күсимов ролен Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, ҡатыны Сәйҙәне Башҡортостандың халыҡ артисы Айгөл Хәкимова башҡарҙы. Йәш Күсимов образын актер Нәфис Сәйетов һынландырҙы. Ижади коллектив спектаклде сәхнәгә сығарыр алдынан Әбйәлил районында булып Геройҙың бала саҡ һуҡмаҡтарынан үткән.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында спектакль алдынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының беренсе полкы командиры Таһир Күсимовҡа арналған түңәрәк өҫтәл дә үтте. Сараны Әбйәлил яҡташтар берлеге ойошторған, осрашыуға Советтар Союзы Геройының тормошон һәм хеҙмәт юлын өйрәнгән ғалимдар, туғандары, яҡындары саҡырылған. Улар Таһир Күсимов хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, батыр генерал менән бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә алды. Геройҙың исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр һәм алда торған бурыстар тураһында фекер алышты. Таһир Тайып улы Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора, уның абруйы иҫ киткес юғары булған, ти ғалим Ниязбай Сәлимов.




