Берәүҙәр ышаныслы итеп алға ынтыла, ә икенселәр күҙ асып йомған арала финишҡа килеп өлгөрә. Ә финиш һыҙығында спортсыларҙы алҡыштар, ҡосаҡлауҙар көтә, дәрләндереүсе яҡындары ҡаршылай.
Талапсан тренерҙар тәрбиәләнеүселәрен иғтибар менән күҙәтә, уларҙың нисек трассаны үтеүен һәм сыҙамлығын баһалай. Еңеүселәрҙән торған унар кешелек ике команда Удмуртияла үтәсәк «Пионерсская правда» дөйөм белем биреү учреждениеларының Бөтә Рәсә ярыштарында республика данын яҡлаясаҡ. Һайлап алыу турында Башҡортстан район-ҡалаларынан иң көслө 280
спортсы ҡатнашты.



