Эштәр “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы башҡарылды. Бының өсөн 19 миллон ярым һум аҡса йүнәлтелде. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташ яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл 2009 йылда төҙөлгән. Скульптура композицияһында Әсә, мәңгелек ут, Советтар Союзы Геройҙары - Миңнулла Бәҙретдинов, Николай Ведерников, Ғабдулхай Сәйетов, Әмир Хәйҙәров бюстары ҡуйылған. Шулай уҡ яуҙа һәләк булған яугирҙар, һуғышта биш һәм унан күберәк улын юғалтҡан әсәләр, хәрби бәрелештә ҡатнашыусылар өсөн иҫтәлекле гранит таштар урынлаштырылған.




