Башҡортостан яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Гидротехник ҡоролмалар тикшерелә, һыу кимәле контролдә тотола, иҫкәртеү саралары уҙғарыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдереүенсә, 44 хакимиәттә  313 ауылды һыу баҫыу хәүефе бар.

Башҡортостан яҙғы ташҡынға әҙерләнә

“1 апрелгә тиклем уртаса һауа температураһы норманан 6-8 градусҡа юғары була.  Ташҡын ҡапыл башланыу арҡаһында йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килеүе ихтимал”, - ти Башгидрометүҙәк етәксеһе Алексей Перонко.

Башҡортостан яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Республика яҙғы ташҡында Ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда халыҡты эвакуациялау планлаштырылған. Бының өсөн 45 мең кешегә 334 ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләгән.

Фото №1 - Башҡортостан  яҙғы ташҡынға әҙерләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ