Күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнулин ошо турала белдерҙе. Быға тиклем археология объекты Берҙәм Дәүләт реестрында “Капова” мәмерйәһенең палеолит дәүерендәге рәсем сәнғәте тип күрһәтелгәйне. Хәҙер ул “Шүлгәнташ” мәмерйәһенең ҡая һүрәттәре тип рәсми үҙгәртелде. Данир Ғәйнуллин хәбәр итеүенсә, билдәле академик Иван Лепехин 17-се быуатта яҙылған көндәлегендә тарихи-мәҙәни объектты “Шүлгәнташ” тип атаған. Мәмерйәнең “Капова” атамаһы төрлө сығанаҡтарҙа тик 20-се быуатта ғына ҡулланыла башлай.





