Экологик сара барышында тирә-яҡты тәртипкә килтереү буйынса өмәләр ойошторола. Дөйөм ҡала өмәһе 28 мартта, 11-се һәм 25 апрелгә планлаштырылған. Ойошма-предприятиелар етәкселәре үҙҙәренә беркетелгән биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартырға, ағастарҙы ҡырҡырға, буяу эштәрен башҡарырға бурыслы, ҡала халҡы ла ишек алдын сүп-сарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша ала. Апрель аҙағында шулай уҡ "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтә.




