Өфөлә "Һөт иле" фестивален үткәреү ваҡыты билдәле булды

Вице-премьер, Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә,  сара быйыл августың һуңғы шәмбеһендә  уҙғарыла. Фестиваль ҡунаҡтарын башҡа йылдарҙағы кеүек үк иҫтәлекле саралар көтә, балалар бушлай туңдырма менән һыйлана ала. "Һөт иле" 2011 йылдан башлап ойошторолоп килә.  Уҙған йылда фестивалгә  83 мең самаһы кеше килгән, 13 тоннанан ашыу һөт эселгән.

Фото №1 - Өфөлә "Һөт иле" фестивален үткәреү ваҡыты билдәле булды
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ