Өфөлә яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса хеҙмәт эшләй

Тәүмаҡсат-ҡатын-ҡыҙҙарға көтөлмәгән йөклөлөк һәм тормоштағы ҡатмарлы хәлдең, шул уҡ ваҡытта финанс ауырлыҡтарҙың баланы ҡалдырыу сәбәбе булмауын аңлатып, ярҙам күрһәтеү. Былтыр ғына 13 сабый әсәһе янында ҡалған. Шул уҡ ваҡытта белгестәр тәрбиә әңгәмәләрен уҙғарыуҙан тыш, ғаиләләге проблемаларҙы өйрәнә, документтарҙы рәсмилләштерергә, бала өсөн карауат, коляска һәм башҡа кәрәк-яраҡтар һатып алырға ярҙам итә. Опека һәм попечителлек идаралығынан сабыйҙан баш тартыу осрағы тураһында хәбәр килеү менән ойошма хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ бала табыу йортона йә перинаталь үҙәккә юллана. «Ғаилә» ресурс үҙәгендә лә ауыр тормош хәленән сығыуҙа ярҙам күрһәтелә. 

Әсәләр менән консультация уҙғарып, баланан баш тартыу сәбәбен асыҡлайбыҙ. Уйларға бер тәүлек ваҡыт бирәбеҙ. Ул Тыныслыҡ көнө тип атала. Беҙҙә куаркоды булған флаерҙар бар, уның ярҙамында беҙҙең сайтҡа инеп, әсәлек тураһында күберәк мәғлүмәт алырға була. Шулай уҡ видеояҙмаларҙа билдәле кешеләр баланы ҡалдырмағыҙ, дөрөҫ юлдан барығыҙ тип ҡатындарға өндәшә, сабый өсөн йырҙар ҙа тыңларға мөмкин.

Элиза Миңлегәрәева, «Саторис» педагогик психология, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге ҡарамағындағы сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү бүлеге мөдире
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ