Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығына арналған сара быйыл ғинуарҙа Ҡаҙаяҡ ауылында старт ала. Ошо ваҡыт эсендә Еңеү байрағының күсермәһе төбәктең 15 мәктәбендә булып өлгөргән. Был юлы эстафетаның төп символы Советтар Союзы Геройы Виктор Безценный исемендәге Иглин ауылының 1-се мәктәбенә тапшырылды.
Тантанала йәш быуынды һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, шулай уҡ Афған һәм Чечен хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусылар сәләмләне. Илһөйәрлек акцияһы артабан район үҙәгенең бөтә 7 мәктәбендә лә дауам итәсәк. Сараға йомғаҡ 9 майҙа яһала. Был көндө Еңеү байрағы Иглиндә уҙасаҡ парадҡа сығарыла.



