Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында шағирә Фирүзә Абдуллина менән осрашыу үтте. «Йәйғорло офоҡтарым» исемле ижад кисәһенә авторҙың ижадташ дуҫтары, яҡындары, туғандары ҡатнашты.
Фирүзә Абдуллина Баймаҡ районының Шүлкә ауылында тыуған. Башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөүе бала саҡтан күңел түрендә урын алған. Үҙен белгән саҡтан алып ҡәләм тирбәтә, ижад итә. Шиғриәт байрамында Фирүзә Абдуллинаның ижадташ дуҫтары, яҡындары, туғандары ҡатнашты. Ижад кисәһендә шағирәнең шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған моңло йырҙар яңғыраны.
«Йәйғорло офоҡтарым» исемле кисәлә яҙыусының башҡарған эштәре, ижады һәм тормош юлына байҡау яһалды. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Йөрәгемдә-бар донъяға һөйөү» исемле Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе үткәйне. Ижад кисәһендә уларҙың бер нисәүһе сығыш яһаны.
Тормошсан, һәр кем күңеленә ауаздаш тойғоларҙы йыйған шиғырҙарын, хис донъяһын үҙ күреүселәр көтөп ала. Башҡарыусылар, шағирәнең һүҙ маһирлығын, оҫталығын, көнүҙәк булыуын билдәләне. Хисле, моңло байрамдан һәр кем күңел күтәренкелеге, йән аҙығы алды.




