Радий Хәбиров һәм Анна Цивилева ветерандар менән осрашты

Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй  Оборона министры урынбаҫары,  "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды рәйесе  Анна  Цивилева килде. Бөгөн Республика Башлығы  Радий Хәбиров һәм Анна Цивилева махсус хәрби операция ветерандарына  инвалид машиналарын тапшырҙы. Ренат Ғилметдинов, Айрат Нуриев,  Вильмир Килмәмәтов, Илнур Гәрәев һәм Илшат Әлимғужинға асҡыстар бирелде.  - Ватанды һаҡлаусылар" фонды  бурысы - һеҙгә  һәр төрлө ярҙам күрһәтергә. Һеҙ иң беренсе булып  тыуған ил һағына баҫтығыҙ, һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине Анна Цивилева. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан алдында иң мөһим бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам. Беҙ һеҙҙе алда бурыслыбыҙ, ғорурланабыҙ һәм һәр ваҡыт ярҙам итәсәкбеҙ, - тине ул.

Фото №1 - Радий Хәбиров һәм Анна Цивилева  ветерандар менән осрашты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ