Яугир оҫта белгестәрҙең береһе, ти хәрбиҙәр. Быға тиклем ул хәрби техниканы утҡа тотоу менән шөғөлләнгән. Бөгөн дошман дрондарын юҡ итә. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткә килгән йәштәрҙе уҡыта. “Пилотһыҙ осҡос операторы белемен даими камиллаштырып торорға тейеш”, - ти “Турок”.
Республикала ир-егеттәрҙе пилотһыҙ осҡостар ғәскәренә алыу дауам итә. Тулы мәғлүмәт менән башбат.рф сайтында танышырға мөмкин. Белешмә өсөн элемтә телефоны: 122. Студенттар өсөн айырым шарттар ҡаралған. Вузда белем алыусылар академик ял алырға хоҡуҡлы. Хәрби хеҙмәт тамамланғандан һуң улар бюджетта уҡый ала. Дошман көстәрен юҡ иткән хәрбиҙәргә 50 меңдән ярты миллион һумға тиклем аҡса ҡаралған.




