Республика МХО ветерандарына ярҙам сараларын арттыра

Башҡортостанда бер төркөм махсус хәрби операция ветерандары ҡул менән идара ителгән автомобилле һәм юғары үтеү һәләте булған инвалид коляскаларына эйә булды. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарға техник реабилитация сараларын Рәсәй оборона министры урынбаҫары-статс-секретарь, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Республикала хәрбиҙәргә күрһәтелгән ярҙам саралары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙмала.

Махсус хәрби операцияла ҡаты яраланып, ике аяҡһыҙ ҡалған өс яугир техник реабилитация сараһы булараҡ автомобилле булды. Быға тиклем улар «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондынан протездар менән тәьмин ителһә, хәҙер ҡулдарында-яңы машина асҡысы. Ветерандар ҡул менән идара ителгән транспорт сараһын алыр алдынан махсус уҡыуҙар ҙа үткән. Йөрөтөүҙә еңел һәм уңайлы.

Ие яугирға электр приводы булған коляскалар ҙа тапшырылды. Рәсәй оборона министры урынбаҫары-статс-секретарь, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлап, ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙарға рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәстәрлек күрһәтеү-республика өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе булыуын билдәләне.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы ил кимәлендә иң яҡшылар иҫәбендә. Ветерандарҙың мәшғүллеген ойоштороу һәм уларҙың социаль адаптацияһы буйынса ла яҡшы күрһәткестәргә ирешелгән. Был йәһәттән социаль координаторҙарҙың эше баһалап бөткөһөҙ.

Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында алдынғы урында, быйыл уларҙы тормошҡа ашырыуға төбәк бюджетында 25 млрд һумдан ашыу аҡса ҡаралған.

Федераль ҡунаҡтар Өфөнөң Совет урамында урынлашҡан «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы бүлексәһе менән танышты. Былтыр декабрҙә асылған үҙәк 500 квадрат метр майҙанды биләй. Бында яугирҙарға юридик, психологик ярҙам күрһәтелә, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм социаль координаторҙарҙың көслө һәм берҙәм командаһы эшләй.

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам буйынса муниципаль үҙәктәр селтәре булдырыла. Йыл аҙағына тиклем улар республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ла асыла. Ветерандарға медицина реабилитацияһы, социаль адаптация үтеүҙә, яңы һөнәр үҙләштереп, эшкә урынлашыуҙа комплекслы ярҙам күрһәтелә.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ