Башҡортостанда «Рәсәй ҡатын-ҡыҙы йөрәге» фестиваль-конкурсы үтте

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың яҡындарын берләштергән сараға илдең 14 төбәгенән гүзәл заттар йыйылды. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында Өфөлә ойошторолған ижади конкурста сығыш яһаусыларҙы Рәсәй оборона министры урынбаҫары,«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын -ҡыҙҙарға ышаныслы тыл төшөнсәһе яҡшы таныш. Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам ойоштороусы гүзәл заттар иңдәрендә күп яҡлы, даими гуманитар эш. Өфөлә «Рәсәй ҡатын-ҡыҙы йөрәге» форумында яҡындарын махсус хәрби операцияла юғалтҡан әсәйҙәр, тол ҡатындар йыйылды. Яугир улының яҡты иҫтәлеген һаҡлаусы Зилә Мөхәмәтйәнова ла илһөйәрлек форумдарында даими ҡатнаша.

Форум майҙанында ҡатын-ҡыҙҙар әҙерләгән бай күргәҙмә эшләне. Рәсәйҙең 14 төбәгенән йыйылған ҡунаҡтар ҡул эштәре өлгөләре, милли ризыҡтар, ижади һүрәттәре менән уртаҡлашты. Әсәйҙәр әйтеүенсә, уртаҡ саралар һәм әүҙемлек ауыр юғалтыуҙарҙы кисерергә ярҙам итә. Махсус хәрби операцияла яҡындарын юғалтҡан ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенә туғандарса мөнәсәбәт менән ярҙам итергә тырыша.

Һуғыш ҡатын-ҡыҙ эше түгел тип һаналһа ла фронтты гүзәл заттар ярҙамынан тыш күҙ алдына килтереү мәмкин түгел. Ирекмәндәр, яугирҙарҙың тормош иптәштәре, әсәйҙәре ярҙам акцияларын ойоштора, отрядтарға тупланып Донбассҡа гуманитар миссия менән юллана. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева Башҡортостанда яугирҙар һәм уларҙың яҡындары өсөн ойошторолған ярҙам сараларын юғары баһалап рәхмәтен еткерҙе.

Республикала әле алғы һыҙыҡтағыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү буйынса 55 ярҙам сараһы тормошҡа ашырыла. Төбәктә уларға психологик ярҙам күрһәтелә һәм көнкүреш мәсьәләләре хәл ителә. Мәшғүллек үҙәктәре махсус хәрби операция ветерандарын эш урыны менән тәьмин итә.

Флорида Миһранова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ