Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды вәкилдәре осрашты

Өфөлә Волга буйы федераль округы төбәктәренең «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды вәкилдәре осрашыуы үтте. Сарала ҡатнашыусылар махсус хәрби операцияла улдарын һәм яҡындарын юғалтыусыларға психологик ярҙам күрһәтеү тәжрибәһен тикшерҙе. Фекер алышыуға төбәк фонды тарафынан Башҡортостанда тормошҡа ашырылған иң яҡшы йәмәғәт проекттары тәҡдим ителде. Уларҙың береһе «Ғаилә ҡунаҡханаһы». Был проектың төп маҡсаты-алғы һыҙыҡта яҡындарын юғалтыусыларға комплекслы ярҙам күрһәтеү, кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереүҙә көстәрҙе берләштереү.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ