МХО биләмәһендә дрондар ярҙамында яугирҙарға аҙыҡ-түлек еткерелә

Күктән төшкән ризыҡ. «Башҡортостан» полкының пилотһыҙ осоу апараттары взводы операторҙары бәрелештәр һыҙатындағы яуҙаштарына дрондар ярҙамында аҙыҡ-түлек ташый. Штурмлаусылар ҡоро паек ҡына түгел, йылы аштар ҙа ала. Ашнаҡсылар ризыҡты махсус пакеттарға тултырып оҙата. Дрондар өсөн еңел дә була, ярылмай ҙа.

Ашхананың урман араһында һәм ер аҫтында булыуына ҡарамаҫтан, санитар нормалар иңҡар ителеүенә бер генә лә ишара юҡ. Барыһы ла иң яҡшы ресторандарҙағы кеүек. Стериль, тәмле һәм туҡлыҡлы. Байрам көндәрендә инде милли аш-һыу менән дә һыйлайҙар. Тыуған яҡтан килетерелгән ризыҡ та өҫтәлдән өҙөлмәй.

Шундай уҡ ризыҡ алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ла оҙатыла. Айырма тик һауытта ғына. Аштарҙы хәҙер махсус пакеттарға тултырып ташый башлағандар. Ошо рәүешле аҙыҡты ла күберәк һыйҙыры мөмкин, ти ашнаҡсылар.

Пакеттарға тултырылған аштар автоклав ярҙамында быҡтырыла һәм стрелилләштерелә. Һөҙөмтәлә ризыҡ оҙағыраҡ һаҡлана. Еңел ҡаптарҙы дрондар ҙа алғы һыҙыҡҡа етеҙерәк илтә.

Пакеттарҙы ашнаҡсылар пилотһыҙ осоу аппараттары подразделениеһына тапшыра. Улар үҙ сиратында аҙыҡ-түлекте дрондарға беркетеп алғы һыҙыҡҡа осора.

Бәрелештәр һыҙығындағы яугирҙарға аҙыҡ-түлек ташыуҙың был алымы әле тәжрибә рәүешендә генә ҡулланыла. Фронтта махсус пакеттар тыбыуы еңелдән түгел. Гуманитар ярҙамға ғына өмөт итергә ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, дрондар ҡулланыу әле үк һөҙөмтәһен бирә. Тиҙ ҙә, уңайлы ла, ә иң мөһиме кеше ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйылмай.

А.Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ