27 марттан 31-енә тиклем Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә. Уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 7-9 градусҡа юғарыраҡ була. Йылы һауа торошо ҡарҙың әүҙем иреүенә килтерәсәк. Һөҙөмтәлә һыу баҫыу ихтималлығы арта. Белгестәр фаразлауынса, йылғаларҙа быйыл боҙ ғәҙәттәгенән 7-14 көнгә иртә китеүе, тау һәм дала йылғаларында һыу кимәле күтәрелеүе күҙаллана.



