Өфө ҡалаһы тарихы музейында һәүәҫкәр рәссамдар сит ил студенттарының портреттарын төшөрә

Проектты ике йыл элек рәссам Елена Абушахмина башлаған. Был ваҡыт эсендә илленән ашыу студенттың портреты төшөрөлгән. Проект авторы билдәләүенсә, Өфө ҡалаһы музейында Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыусы сит ил студенттары баш ҡала тарихы менән таныша, үҙенең тыуған яғы тураһында һөйләй. Киләсәктә бөтә портреттар менән күргәҙмә ойоштороу күҙаллана. Осрашыу һәр шәмбе сәғәт өстә башлана, уға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Проектта ҡатнашыусы Рәүис Әлетдинов, мәҫәлән, ғүмер буйы заводта эшләгәндән һуң хаҡлы ялда рәссам һөнәренә уҡыған. Пенсияла рәсем төшөрөүҙән күңеленә ял ала.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ