313 тораҡ пунктҡа һыу баҫыу хәүефе янай. Боҙ тығындарын иҫкәртеү һәм тораҡ пунктарҙа йәшәүселәрҙе яҙғы ташҡындан һаҡлау маҡсатында йылғаларҙың хәүефле участкаларында шартлатыу эше ойошторола. Уны Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм инженер бригадаһы хәрбиҙәре үткәрә. Дыуан районыныдағы Әй йылғаһындағы шартлатыу саралары тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Йылға өҫтөндәге боҙ әллә нисә метр бейеклеккә оса. Был күренеште ҡарарға урындағы халыҡ та йыйыла. Әммә боҙ тамаша өсөн түгел, ә яҙғы ташҡынды алдан иҫкәртеү маҡсатында шартлатыла. Был юлы эш Мәсәғүт ауылы эргәһенән аҡҡан Әй йылғаһында үтә. Күпер эргәһе осраҡлы ғына һайланмаған. Әгәр иҫкәртеү саралары алдан үткәрелмәһә, боҙ киҫәктәре объекттың таяуҙарын етди зыян килтереүе ихтимал.
Шартлатыу эшен үткәреү өсөн йылғаның тар йәки үҙәнен үҙгәрткән урындары һайлана. Был юлы ҡотҡарыусылар өс участканы билдәләгән. Һәр береһенең оҙонлоғо 400 метр. Был арауыҡта шартлатыусы матдәләр ҡуйыу өсөн 20-ләп мәке уйыла. Артабан эшкә 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы белгестәре тотона. Боҙ ярылһын өсөн зарядтың көсөн ювелир теүәллек менән иҫәпләргә кәрәк, сөнки тирә-яҡта тораҡ йорттар ҙа бар.
Оло һыуҙы иҫкәртеү маҡсатында боҙҙо шартлатыу-миҙгел йолаһына әйләнеп бара. Әгәр Әй ярҙарынан сыҡһа Мәсәғүт ауылының бер нисә микрорайонын һыу баҫыуы ихтимал.
Быға тиклем боҙ шартлатыу эше Шишмә, Архангел һәм Белорет райондарында үткәйне. Ошо көндәрҙә Инйәр, Ағиҙел, Һаҡмар йылғалары, Нөгөш һәм Йомағужа һыуһаҡлағыстарының тығын хәүефе янаған участкалары Ка-32 вертолеты ярҙамында тикшереләсәк.
27 марттан 31-енә тиклем аномаль йылы һауа торошо көтөлә, уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 7-9 градусҡа юғары күтәрелеүе күҙаллана. Алдағы ике-өс көндә боҙ шартлатыу эше Мәсетле районы буйлап аҡҡан Әй һәм Салауат районыныдағы Йүрүҙән йылғаларында үтәсәк. Әле бөтә республикала һыу баҫыу хәүефе янаған ауылдарҙа йәшәүселәр исемлеге аныҡлана, ваҡытлыса тораҡ пункттар әҙерләнә.
Әлфинә Килдейәрова



