Өфөлә интерьер предметтарын етештереүсе предприятие тауарҙарына Рәсәй кимәлендә ихтыяж артҡан

Башҡортостанда эшләнгән люстра, яҡтыртыу ҡоролмалары киң танылған эстрада артистарының, сәйәсмәндәрҙең йортон биҙәй.Сифатлы продукция экспортҡа күпләп оҙатыла. Барлығы республикала 630 предприятие экспорт йүнәлешендә эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Цех хеҙмәткәрҙәре ҡиммәтле интерьер деталдәрен ювелир теүәллек һәм тырышлыҡ менән эшләй. Заманса стилдә люстра, бра, ишек тотҡалары, яҡтыртыу деталдәре тәбиғәттәге ағас, япраҡ, ямғыр тамсыһы формаларында эшләнә. Биш йыл элек ойошторолған предприятие үҙ йүнәлешендә Рәсәйҙә алдынғы компаниялар исемлегендә. Уларҙың тауарҙары Филипп Киркоров, Ксения Собчак һәм башҡа билдәле шәхестәрҙең йортон биҙәй.

Производствола тик тәбиғи таштар һәм материалдар ҡулланыла. Компания Рәсәйҙә генә түгел, сит ил ҡулланыусылары араһында ла ҙур һорау менән файҙалана. Экспортҡа оҙатылған илдәр исемлегендә Әзербайжан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь республикалары һәм Ҡытай бар.

Беҙҙең компания биш йыл эшләй һәм ошо ваҡыт эсендә беҙ юғары күрһәткестәргә ирештек. Беҙҙең үҫеш федераль кимәл менән генә сикләнмәне, сит ил баҙарына ла әүҙем үтеп индек. Һуңғы ваҡытта Европа илдәренән дә күпләп заказдар ҡабул иттек. Өфөлә цехта эшләгән хеҙмәткәрҙәр менән ғорурланыбыҙ. Уларҙың ижады, тырышлығы байтаҡ интерьерҙарҙы биҙәй.

Алиса Тәминдарова, VETVI компанияһы етәксеһе

Хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн сит илдәрҙә Башҡортостан предприятиелары филиалдары асыла. Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан сәнәғәт тармағынан тыш гуманитар, медицина, ауыл хужалығы тармаҡтарында уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашыра.

Геосәйәси шарттар ҡатмарлы, хатта агрессив булыуға ҡарамаҫтан республика сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте нығыта. Сауҙа мөнсәбәттәре күп йылдар элек үк билдәләнгән, шуға ла беҙ һөҙөмтәле эш алып барабыҙ. Бөгөн Ҡытай менән хеҙмәттәшлек беренсе урында һәм беҙ улар менән машиналао төҙөү, нефть-химия, аҙыҡ-түлек йүәнлештәрендә әүҙем эшләйбеҙ.

Маргарита Болычева, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры

Башҡортостанда бөгөнгө көнгә 636 предприятие экспортҡа эшләй. Был күрһәткестәр буйынса республика илдә өсөнсө урынды биләй. Сит илдәр менән хеҙмәттәшлек сәнәғәт ҡеүәтен, продукция сифатын арттырырға, урындағы халыҡ өсөн яңы эш урындары булдырырға ярҙам итә.

Ф.Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ