Өфөнөң Урмансылар паркында йәшәгән айыуҙар ҡышҡы йоҡонан уянған

Ситлектә йәшәүсе тайыштабандар урман хайуандарынан айырмалы ҡыш буйы йоҡламай тиерлек. Вольерҙағы ете инә һәм бер ата айыу ҡыш көнө лә ояһынан туҡланыу өсөн сыға, һыуыҡ көндәрҙә иһә татлы йоҡоға тала.

Яҡшы ҡышланылар. Ҡыш буйы беҙ уларға ашарға бирҙек. Ит, йәшелсә, йомортҡа-айыу туҡланыуҙа әрһеҙ.

Радик Шакиров, Өфө ҡалаһының йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәре

Хужалыҡта бүре, ҡабан, төлкө, янут-бөтәһе 67 хайуан һәм ҡош аҫрала. Бурһыҡ та йоҡоһонан уянған. Ҡоштар иһә көндәр йылытҡас ҡына ояһынан сығарыла.

Хайуандар яҙ килеүен яҡшы тоя. Тиҙҙән вольерҙарҙы тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Килгән ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтарына күрһәтеү өсөн.

Максим Щербаков, Өфө ҡалаһының йәшелләндереү хужалығы баш урмансыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ