Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы саралары планы раҫланды

Ойоштороу комитеты булдырылды. Уны вице-премьер-спорт министры Руслан Хәбибов етәкләй. Комитет составына министрлыҡ һәм ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, район һәм ҡала башлыҡтары, депутаттар инде. Саралар исемлегендә "Йыл ғаиләһе" республика конкурсы, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө, ғаилә юбилярҙарын тәбриклеү, спорт ярыштары, юғары уҡыу йорттарында әсә һәм бала бүлмәләрен асыу, йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү, ғаилә аллеяларын булдырыу бар. Айырыуса иғтибар күп балалы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә ярҙамға йүнәлтелә. 

Фото №1 - Башҡортостанда  иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы саралары планы раҫланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ