Тарихи күрһәткестәр. Башҡортостан иҡтисадына былтыр 853 млрд һумға инвестициялар йәлеп ителгән. Был һандар һуңғы ете йылда төбәктә юғары темп менән үҫеш динамикаһын күрһәтә. Башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, республика инвестициялар йәлеп итеү йүнәлешендә ике тапҡырға алға китеп 3,9 триллион һум сумма туплауға өлгәште. Быйыл төбәктә ике меңдән ашыу ҡеүәтле инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың үтәлеше республика етәкселегенең шәхсән контролендә тотола. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселеге менән ойошторолған Инвестиция сәғәттәрендә сәнәғәт, ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек етештереү һәм башҡа мөһим тармаҡтарҙа яңы проекттарға ярҙам саралары күрһәтелә.



