Тимер юл үткәүелдәрендә юл-транспорт ваҡиғалары һаны артҡан

Йыл башынан 32 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 2025 йылға иһә бөтәһе 23 осраҡ тура килә. «Хәүефһеҙ үткәүел» акцияһы барышында Өфөләге Сафронов үткәүелендә тимер юлсылар водителдәргә иҫкәртмәләр таратты, уларҙы тимер юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға саҡырҙы.

Сараның маҡсаты-водителдәрҙең иғтибарын юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә йәлеп итеү.

Сафронов тимер юл аша сығыу урыны- Өфөлә иң йәнле үткәүелдәрҙең береһе, уның аша көн һайын мең ярымға тиклем машина үтә.

Водителдәр тимер юлын айырыуса иғтибарлы үтергә тейеш. Светофор, юл билдәләрен иҫәпкә алып ҡына ҡуҙғалырға кәрәк. Сөнки поезд шунда уҡ туҡтай алмай, бер саҡырым тирәһе юл үтә.

Азат Шәйхетдинов, Куйбышев тимер юлының Өфө станцияһы баш инженеры вазифаһын башҡарыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ