Әммә бындай инфекцияның таралыу хәүефе бар, тип хәбәр итәләр Ветеринария буйынса дәүләт комитетынан. Республикала даими рәүештә профилактик саралар күрелә. Мал-тыуарҙы һәм малсылыҡ продукцияһын ташыусылар тикшерелә. Ведомство етәксеһе Азат Йыһаншин белдереүенсә, беҙҙә хәл сағыштырмаса яҡшы.
Март айында Новосибирск өлкәһендә пастереллез һәм ҡотороу сире арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде. Профилактика маҡсатында мал-тыуар юҡ ителде.




