Республика Башлығы Радий Хәбиров биатлонсыларҙың уңыштары тураһында яҙып сыҡты

“Башҡортостан – Рәсәйҙә биатлон үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Был спорт төрө буйынса традициялар һәм спорт мәктәптәре уңышлы эшләп килә. Республикала күренекле биатлон оҫталары тыуған. Спортсылар көйәрмәндәрен еңеүҙәре менән ҡыуандырып тора. Пекин Олимпиадаһында 3 бронза яулаған Эдуард Латыпов быйылғы миҙгелдә Берҙәмлек кубогын яуланы. Елизавета Бурундукова ҡатын-ҡыҙҙар араһында республика тарихында беренсегә йәйге биатлондың спринт төрөндә һәм Берҙәмлек кубогы өсөн эстафета ярыштарында алтын миҙалға лайыҡ булды. Республика башлығы йәш биатлонсылар Даниил Сгибнев менән Юрий Ивановтың һөҙөмтәләрен дә билдәләп үтте. Дөйөм командалар беренселегендә үҫмерҙәр категорияһында республика алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Биатлон көйәрмәндәрен яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотлайым. Яңы еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар көтәбеҙ”-, тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.

Фото №1 - Республика Башлығы Радий Хәбиров биатлонсыларҙың уңыштары тураһында яҙып сыҡты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ