Республикала “Айыҡ ауыл”дар өсөн тауыш биреү бара

Конкурс еңеүселәре эре, ҙур, уртаса һәм бәләкәй ауылдар номинацияһында асыҡлана. Тауыш биреү “Голос РБ” порталында ойошторолған. 27 мартҡа тиклем фекер белдерергә була.  7 апрелдә проекттарҙы яҡлау башлана. “Айыҡ ауыл” конкурсы халыҡты берләштерә, тыуған яҡ өсөн яҡшы эштәр башҡарыусыларҙы арттыра”, - ти ярыштың эксперт комиссияһы ағзаһы, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исаргәкова.

Республикала “Айыҡ ауыл”дар өсөн тауыш биреү бара

   “Айыҡ ауыл” конкурсы Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. 2024 йылда приз фонды 48 миллион һумға тиклем арттырылды. Хәҙер финалға сыҡҡан бөтә ауылдарға 200 мең һум тапшырыла. Еңеүселәр 1 миллион ярымдан 6 миллион һумға тиклем аҡсалата бүләк ала.

Фото №1 - Республикала “Айыҡ ауыл”дар өсөн тауыш биреү бара
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ