«Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһының топ-110 башланғысы исемлегенә Башҡортостандан бер юлы биш проект сыҡҡан. Еңеүселәр 11 номинацияла билдәләнә, иң яҡшы башланғыстарҙы халыҡ һайлаясаҡ. 6 апрелгә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталында яҡташтарыбыҙ өсөн тауыш бирергә мөмкин. Бүләкләү тантанаһы 21 апрелдә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» 3-cө Бөтә Рәсәй муниципаль форумы сиктәрендә үтә. Муниципаль наградаға дәғүә итеүселәр араһында туймазылар ҙа бар. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Туймазы районы Тимер ауылы мәсетендә иртәнге намаҙ ваҡыты. 1880 йылда нигеҙ һалынған иман йортонан халыҡ өҙөлмәй, дини дәрестәрҙә әүҙем ҡатнаша. Уларҙы диндән тыш, илһөйәрлек рухы ла берләштерә. Имам-хатиб Ринат Ғарифуллин махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ теләге менән барып, танк ротаһында бер йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Тыуған яғына ҡайтыу менән йәштәр менән эште әүҙемләштергән. Махсус хәрби операция тураһында дөрөҫ мәғлүмәт еткереү, ысын патриоттар тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Ринат Ғарифуллин «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһына дәғүә итә. «Алғы һыҙыҡтан муниципалитетҡа» тип исемләнгән номинацияла «Мөһим әңгәмә» проекты иң яҡшылар иҫәбенә ингән. Хәҙрәт тыуған яғында әүҙем йәмәғәт эше лә алып бара, Ғәфүр ауыл биләмәһе советы депутаты итеп һайланған. Мәсет эргәһендә махсус хәрби операцияла һәләк булған ауылдаштарының исемдәрен мәңгеЛәштереү эшен дә алып бара. Еңеү көнөнә яңы мемориал әҙер буласаҡ.
Туймазы районының граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәре Динара Ғәбдрәхимованың проекты ла «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһында иң яҡшы 110 башланғыс исемлегенә инеп, «Ҡаһарманлыҡ» номинацияһына тәҡдим ителгән. Янғын-ҡотҡарыу, иҫкәртеү сараларында фиҙаҡәр хеҙмәт иткән берҙәм коллектив өсөн-был оло ғорурлыҡ.
Кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү уның өсөн тормош асылы. янғын сыҡҡан күп фатирлы йорттан балалар ғүмерен дә ҡотҡара ул... Динара Ғәбдрәхимова граждандарҙы яҡлау идаралығында халыҡ менән эш өсөн яуаплы. Көндәлек хеҙмәт үҙ һөҙөмтәләрен бирә, былтыр ғына ул янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өс йөҙҙән ашыу кешене өйрәткән. Төрлө конкурстар уҙғарып ҡотҡарыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә тос өлөш индергән.
Гөлназ Хәйбуллина



