Өфөлә тәүге яҙғы гөлдәр сәскә атты

Көн йылытыу менән Өфөнөң ботаника баҡсаһы ла ныҡлы үҙгәрештәр кисерә. Быны сәскәгә төрөнгөн тәүге яҙғы гөлдәр аша күрергә мөмкин. Орхидеялар, крокустар, хохлаткалар, пушкиниялар яҙғы ҡояштың йылы нурҙарына үрелә. уларҙың һәр береһе һалҡын ҡыштан һуң тәбиғәт уяныуының матур күренешен аса.

Ботаника баҡсаһы теплицаһында ла яҙ һулышын тояһың. Ләлә,нарицис, каллалар, ағас рәүешендәге пиондар..Ер ҡарҙан асылыу менән, был сәскәләрҙе һәр береһенә тәғәйен майҙандарға тамаша ҡылырға мөмкин. Бынан тыш һәр йәкшәмбе һәүәҫкәр баҡсасыларға оҫталыҡ дәрестәре лә үткәреләсәк. Унда ҡатнашыусылар бүлмә гөлдәрен тәрбиәләү һәм үрсетеү ысулдарын өйрәнә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ