Өфөлә «Ҡурсаҡ мультипликацияһы тарихы» күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан Милли музейы йәнһүрәттәр иленә саҡыра. Республиканың төп музейында ҡунаҡта Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған «Ҡурсаҡ мультипликацияһы тарихы» күсмә проекты. Экспозицияға «Союзмультфильм» киностудияһының алтын фондына ингән анимация картиналары ҡуйылған.

Күргәҙмәлә «Чебурашка», «Бейәләй», «Гофманиада», «13-сө трамвай» йәнһүрәттәре геройҙарын тереләй күрергә мөмкин. Бынан тыш, ойоштороусылар йәнһүрәт төшөрөү процесын да тергеҙгән. Макеттарҙың береһе заман мультипликаторҙарының эш урынын, реаль ваҡытта кадрҙар ярҙамында анимация эшләү технологияһын күрһәтә. Күргәҙмә менән 5 апрелгә тиклем танышырға була.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ