Екатеринбургта уҙған икенсе уйын да үҙенең көсөргәнешлеге менән айырылып торҙо. Әммә был юлы өҫтөнлөк тәүге минуттарҙан юлаевсылар яғында булды. Осрашыуҙың яҙмышын берҙән-бер гол хәл итте. 17-се минутта Егор Сучков индергән шайба Башҡортостан командаһына еңеү килтерҙе. Быйылғы миҙгелдә үҙенең иң яҡшы уйынын күрһәткән һөжүмсебеҙ Шелдон Ремпалдың пасын оҫта файҙаланды. Шулай итеп Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре серияла иҫәпте тигеҙләүгә өлгәште. 1-гә 1. Киләһе ике уйын-27 һәм 29 мартта Өфөлә уҙа. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡтар араһындағы серия 4 еңеүгә тиклем бара.
Уйындан һуң «Салауат Юлаев» клубы Кольцово аэропортына юллана. Әммә ҡуйы томан арҡаһында һауа судноһы Өфөгә оса алмай. Шуға ла команда төндө Екатеринбургта үткәрергә мәжбүр булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, юлаевсылар ошо минуттарҙа ҡайтып етергә тейеш.



