Был тема Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, беҙҙә ҡеүәтле агросәнәғәт комплексы бар. Мал һаны ла күп. Төп бурыс - алдан уҡ хәүефһеҙлек саралары күреү. Мал хужалары иңендә ҙур яуаплылыҡ. Прививка яһатырға кәрәк. Вакцина хаҡы 42 һумдан артмай, мал-тыуарҙы һаҡлап ҡалырға була, -тине премьер министр.
Рәсәйҙең 18 төбәгендә малдарҙың пастереллез һәм ҡотороу сире менән ауырыу осраҡтары теркәлде.




