Республика гидрометеорология хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса быйыл йылғалар ғәҙәттәгенән 7-14 көн иртәрәк асылыуы ихтимал. Дала һәм тау йылғалары ташҡан ваҡытта боҙ тығындары барлыҡҡа килеп биләмәләрҙе һыу баҫыуы мөмкин. Бөгөн Башҡортосан телевидениеһында ташҡын буйынса брифинг ойошторола. Эфир сәғәт етелә башлана.




