Башҡортостанда тағы 8 урта белем биреү кластеры булдырыла

Был турала Радий Хәбиров хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, республикала 19 кластер бар. Быйыл яңыларын асыу планлаштырыла. "Профессионалитет" программаһы колледж һәм техникум студенттарына һөнәрҙе яҡшыраҡ өйрәнергә булышлыҡ итә.-Башҡортостан предприятиелары федераль ярҙам менән яңы ҡорамалдар ала, студенттар практика үтә, үҙебеҙҙә эшкә урынлашыу мөмкинлеге була. 6 апрелдә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса ҙур кампания старт ала. Студенттар мәктәп уҡыусыларына үҙҙәре һайлаған һөнәр тураһында һөйләй, преприятиеларға экскурсиялар ойошторола. Балаларығыҙ буласаҡ һөнәрен һайлап өлгөрмәһә, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү өсөн яҡшы мөмкинлек, - ти Радий Хәбиров. 

Фото №1 - Башҡортостанда тағы 8 урта белем биреү кластеры булдырыла
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ