Өфөлә парламент йыйылышының бюджет, һалымдар һәм финанс баҙары, иҡтисади сәйәсәт һәм транспорт буйынса комиссияларының берлектәге ултырышы үтте.
Парламент йыйылышы сараларында шулай уҡ Союз дәүләтенең даими Комитеты, Беларусь Республикаһының дәүләт контроле Комитеты, Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы һәм союздаш дәүләттең профилле ведомстволары, Смоленск өлкәһе хөкүмәте вәкилдәре ҡатнашты. Берлектәге ултырышта ҡатнашыусылар Парламент Йыйылышы ҡарамағындағы даими эшләгән семинарҙың тәҡдимдәрен үтәү буйынса эште тикшерҙе. Рәсәй-Ҡытай сигендә автомобиль үткәреү пункттарын модернизациялау һәм М-1 Беларусь автомобиль юлы участкаһын киңәйтеү проекттарын тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибар бүленде.
Союз дәүләттәренең парламент йыйылышы Союздың хоҡуҡи архитектураһын формалаштыра. Был эштә төбәк парламенттарының әүҙем эшмәкәрлеге мөһим.



