Баш ҡалала 700-ҙән ашыу йорт алды биләмәләрен һыу баҫыуы ихтимал

Баш ҡалала 291 тораҡ пункт һәм 762 йорт алды биләмәләрен һыу баҫыуы ихтимал. Өфө ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, яҡынса күҙалланауҙарға былтыр Ағиҙел йылғаһы күперендә теркәлгән боҙ тығындары сәбәпсе. Төҙөүселәр бөгөн боҙҙарҙың тотҡарлыҡһыҙ үтһен өсөн ваҡытлыса ҡуйылған күперҙәрҙе һүтеү менән мәшғүл. Үткәүел дә өс тапҡырға тиклем киңәйтелер тип көтөлә. Июнь аҙағына подрядсы ойошма аркалы күпер төҙөлөшөн тулыһынса тамамларға ниәтләй. Яҙғы ташҡынға бәйле, ошо һәм башҡа мәсьәләләр бөгөн республиканың төп телеканалында үткән ведомство-ара брифингта күтәрелде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡош бейеклегенән беҙҙең ҙур, матур, мөһабәт Башҡортостан. Радий Хәбиров үҙ социаль селтәрҙәрендә уртаҡлашҡан фотолар, ысынлап та, һоҡландырғыс, хозур тәбиғәткә ғорурланып ҡарарлыҡ. Республика йылғалары ҡайһы бер урындарҙа асыла башлауы күренә. Быйыл яҙ ғәҙәттәгенән иртәрәк килде, һәм хәҙер бөтә хеҙмәттәр ҙә оло һыу килеүгә әүҙем әҙерләнә. Ошо маҡсатта бөгөн властың яуаплы вәкилдәре йылғаларҙы һауанан күҙәтте.

Артабан, яҙғы ташҡынға бәйле мәсьәләләр республиканың төп телеканалы эфирында ла күтәрелде. Брифинг форматында үткән сарала эштең нисек алып барылыуы тикшерелде. Республиканың йәмғеһе 27 муниципаль берәмек биләмәһендә оло һыу менән бәйле хәүефле участкалар контролдә тотола. Йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килмәһен өсөн төбәктәрҙә ташҡынға ҡаршы төрлө яҡлы саралар күрелә. Шулай уҡ халыҡты иҫкәртеүҙе ойоштороу буйынса штаб күнекмәләре лә үтә.

Башгидромет үҙәк мәғлүмәте буйынса республика йылғалары боҙҙан яйлап әрселә башлаған. Быйыл боҙ уртаса норманан 4-5 көнгә иртәрәк ҡуҙғалыуы көтөлә. 27 марттан 31-енә тиклем Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо фаразлана. Уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 7-9 градусҡа юғарыраҡ була.

Оло һыу осорона төбәктә халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 276 пункт әҙерләнгән. Көн дә һыу ятҡылыҡтарына мониторинг үткәрелә. 13 мең самаһы кеше һәм 3 мең берәмек техника сафҡа ҡуйылған.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ