Башҡортостанда берҙәм пособие алыусы күп балалы ғаиләләр даирәһе киңәйә. Быйылдан күп балалы ғаиләләр, хатта уларҙың килеме йәшәү минимумынан артһа ла, был һандар 10 процент сиген үтмәһә, түләүҙе һаҡлап ҡала аласаҡ. Яңылыҡ республикалағы меңгә яҡын ишле ғаиләгә ҡағыла.
7 йәшлек Феодора скрипкала дүрт йәшенән уйнай. Музыка мәктәбендә белем ала. Андрющенколарҙың ишле ғаиләһендә һәр бала ижади мөхиттә тәрбиәләнә.
Өлкән улдары-студенттар Мәскәүҙә уҡый, ә кесе ҡыҙҙары-мәктәп уҡыусылары, музыка, художестволы гимнастика һәм фигуралы шыуыуҙы үҙләштерә. Андрющенколар «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе. Ғаилә башлығы Ярослав Владимирович махсус хәрби операцияла, ике тапҡыр яраланып, реабилитация үткәндән һуң, быйыл ғинуарҙа йәнә яуға ингән. Килем артыу менән ғаиләгә балалар пособиеһы түләү туҡтаған.
Ишле ғаиләләргә берҙәм пособиеға хоҡуҡ һаҡлап ҡалынасаҡ. Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта ғаиләнең йән башына уртаса килеме билдәләнгән лимиттан әҙ генә артыуы ла түләүҙе туҡтатырға нигеҙ булып тора. Яңы положение иһә, билдәләнгән шартты үтәгәндә пособиены тағы бер йылға оҙайтыу мөмкинлеге бирә. Был үҙгәреш йән башына уртаса килеме 18 мең 541 һумдан артмаған күп балалы ғаиләләргә ҡағыла. Шуныһы мөһим, әгәр ғаилә быйыл ғариза биргән һәм килемдең бер аҙ артыуы арҡаһында кире ҡағылған икән, фондҡа ҡабаттан мөрәжәғәт итеү талап ителмәй. 22 майҙан һуң уларға автоматик рәүештә 12 айға пособие тәғәйенләнәсәк.
Былтыр Төмән өлкәһендә йәшәүсе ҡатын йыл аҙағында ил президенты менән тура бәйләнеш ваҡытында Владимир Путинға күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итте. Дәүләт башлығы күп балалыларҙы эшләргә дәртләндереүсе система тураһында билдәләне.
Берҙәм пособие тәғәйенләү шарттары тураһында мәғлүмәтте Берҙәм контакт-үҙәгенең 8-800-1-000-001 телефоны буйынса асыҡларға мөмкин. Шылтыратыу тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә.
Рәмилә Исмәғилева



