Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылы мәктәп ашханаһы районда иң яҡшыһы тип табылды

Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылы мәктәп ашханаһы районда иң яҡшыһы тип табылды. Район конкурсында еңеү яулаған ашнаҡсылар артабан республика кимәлендәге ярышта ҡатнашырға ниәтләй. Мәктәптә 200 малай-ҡыҙға аш-һыу әҙерләнә. Ашхана эшмәкәрлеген ата-әсәләр комитеты ағзалары тикшереп тора. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Гөлназ Кондрашова таң менән мәктәп ашханаһында төшкө ашҡа ризыҡ әҙерләй. 30 йылдан ашыу шифаханаларҙа эшләгән тәжрибәле ашнаҡсы сәләмәт туҡланыу ҡағиҙәләрен яҡшы белә. Малай-ҡыҙҙарға ризыҡтар әҙерләгәндә ул балаларҙың ашы тәмле, файҙалы һәм туҡлыҡлы булһын тип тырыша.

Ҡырмыҫҡалы районы мәктәптәре араһында ойошторолған конкурста Гөлназ Кондрашова ярҙамсыһы Гүзәл Түләшева менән еңеү яулаған. Тиҫтәләгән ашнаҡсы араһында үткәрелгән бәйгелә улар әҙерләгән ризыҡ иң тәмлеһе һәм балалар организмы өсөн дөрөҫ әҙерләнгәне тип табылған. Гүзәл заттар көн һайын мәктәптә уҡыған 200 баланы меню буйынса төрлө ризыҡтар менән һыйлай. Уларҙың эшен ата-әсәләр комитеты ағзалары тикшереп тора.

Ҡырмыҫҡалы районы мәктәптәренә әҙер аш-һыуҙы Ҡабаҡ ауылындағы идарасы компания ташый. Республикала ярымфабрикаттар етештереү буйынса 14 майҙансыҡ ойошторолған. Ҡулланыусылар һуңғы йылдарҙа республика мәктәптәрендә туҡланыу сифаты яҡшырыуын билдәләй. Заманса меню менән мәктәп сайтында танышырға мөмкин, куар код аша ата-әсәләр балалар нимә ашағанын ҡарай ала. Дәғүәләр бүлған осраҡта мөрәжәғәттәр Республика менән идара итеү системаһына ебәрелә һәм етешһеҙлектәр тиҙ арала хәл ителә.

Ф.Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ