Быйыл яҙ баҫыуҙарға былтырға ҡарағанда 200 берәмеккә күберәк техника сыға. Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы сәсеү миҙгеленә техника әҙерләүҙе тамамлай. Төбәктең иң ҙур хужалыҡтарының береһендә яңы миҙгелгә әҙерлек барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Киңлеге 22 метрлыҡ өр-яңы агрегат дым ябыуҙа, баҫыуҙарҙы тырматыуҙа ҡулланыла. Хужалыҡ етәкселеге машина-трактор паркының ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеүгә айырыуса иғтибар бүлә. Илүс Ахунов былтыр сәсеүҙә ҡулланылған «Велес» агрегатына яңы һулыш биреү менән мәшғүл. Рәсәйҙә етештерелгән техника талымһыҙ эшләй, йыш ватылып бармай. Миҙгел дауамында тырманың тиҫтәләгән тешен генә алмаштырабыҙ, ти, иретеп йәбештереүсе.
Предприятиела йәмғеһе 480 хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың йөҙҙән ашыуы механизаторҙар. Сәсеү комплекстарын әҙерләүҙә студенттар ҙа ярҙамлаша. Уларҙы яҙғы баҫыу һәм ураҡ эштәре мәлендә ваҡытлыса эшкә лә алалар. Тәжрибәле механизаторҙар менән бер рәттән, трактор штурвалы артына ултырып, йәштәр шундай уҡ бурыстарҙы уңышлы үтәй. Әлеге ваҡытта техника паркында комплекслы тикшереү үткәрелгән. Төрлө модификациялы тракторҙар, сәсеү комплекстары, культиваторҙар, һиптергестәр, иген һәм башҡа культураларҙы йыйыу өсөн комбайндар, ярҙамсы агрегаттар, ферманы хеҙмәтләндереүсе МТЗ 922 тракторы, таҡма һәм телескопик тейәүсе ҡорамалдарҙың техник торошо тикшерелгән.
Диагностика һәм планлы техник хеҙмәтләндереү һөҙөмтәләре буйынса техниканың 95 проценттан ашыуы тулыһынса файҙаланыуға әҙер. Ҡалған машиналар ремонт һәм көйләүҙең һуңғы этаптарын үтә. 12 йәшенән олатаһы өлгөһөнә эйәреп трактор штурвалы артына ултырған Айнур Ғәскәров та техника ватылмай, көйлө эшләһен өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Төбәктең иң ҙур агросәнәғәт предпритиеһында 60 мең гектарҙан ашыу ауыл хужалығы ерҙәре иҫәпләнә. Яҙғы баҫыу эштәренә һәм урып-йыйыу миҙгеленә бында 100-ҙән ашыу берәмек техника әҙерләнгән.
Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы яҙғы сәсеү эштәренә юғары техник әҙерлек кимәле менән килә.Хужалыҡ етәкселеге көйләнгән техникаға һәм квалификациялы хеҙмәткәрҙәргә таянып, яҙғы баҫыу эштәрен тулы күләмдә һәм ваҡытында башҡарырға әҙер булыуын раҫлай.
Гүзәл Борханова



