Унда ауыл биләмәләрендә дәүләт демографик сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Радий Хәбиров Совет ултырышында Видеобәйләнеш аша ҡатнашты. Башҡортостанда граждандарҙың 37 проценты ҡаланан ситтә йәшәй. Халыҡ һаны кәмеүен булдырмаҫ өсөн, республикала социаль инфраструктура һәм иҡтисадты һаҡлау буйынса саралар күрелә. Улар араһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы ла бар.
Волга буйы федераль округы төбәктәрендә демографик үҫеш өлкәһендә ыңғай тәжрибә тупланған. Уларҙың иң яҡшы өлгөләре Совет ултырышында ҡаралды. Осрашыу һуңында ауыл ерендә демографияны һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙы артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләнде.
Волга буйы федераль округы Рәсәйҙә ауылда йәшәүселәр һаны буйынса алдынғы урында. Ауыл биләмәләрендә 7 миллион 800 мең самаһы кеше йәшәй, был илдәге ауыл халҡының 21 ярым проценты.




