Башҡортостан фәнни-технологик үҫеш буйынса халыҡ-ара кимәлдә үҙ позицияларын көсәйтәсәк

Рәсәй политологы Дмитрий Орлов етәкселегендәге сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы белгестәре ошондай фекергә килгән. Бындай уңышҡа нигеҙ Радий Хәбиров командаһы тарафынан 2019 йылдан эҙмә-эҙлекле һалына. Мәҫәлән, былтыр Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 3-сө урын яуланы, уны Мәскәү өлкәһе менән бүлеште.  

Төбәк сәнәғәт ҡеүәтен һаҡлап ҡала алды һәм махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү өсөн предприятиеларҙың бер өлөшөн үҙгәртеп ҡороуға өлгәште. Һөҙөмтәлә ике йыл эсендә 10 меңдән ашыу дрон етештерелә.

Шул уҡ ваҡытта республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә 50-нән ашыу ярҙам сараһы күрһәтелә. Бынан тыш, былтыр төбәктә 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, 2 колледжға капиталь ремонт үткәрелә, мәктәптәр, шул иҫәптән Волга буйы федераль округындағы иң ҙур белем усағы файҙаланыуға тапшырыла. 6 яңы поликлиника һәм 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа килә.

Дөйөм алғанда, торлаҡ төҙөлөшөн кәметеүгә юл ҡуйылмай. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре һәм сит ил партнерҙары менән сәнәғәт, логистика, мәғариф, туризм өлкәләрендә һәм экспортта хеҙмәттәшлекте үҫтерә. Республика фәнни-технологик үҫеш, студенттарҙың конструкторлыҡ бюролары һаны буйынса юғары позициялар биләй һәм федераль ярҙам алған проекттарҙы тормошҡа ашыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ