Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш осраҡлы шаһитты туҡмаған ирҙе ҡулға алды

Быға ябай ғына иҫкәрмә сәбәпсе булған. Зыян күреүсе әйтеүенсә, бер төркөм ирҙәр торлаҡ йорт ихатаһында эске ойоштора. Һуңынан машинала китергә ниәтләгән шешәләштәренә ваҡиға шаһиты иҫкәрмә яһай. Әммә был уларға оҡшап етмәй. Һүҙ көрәштереүҙән һуң ирҙәрҙең береһе башта зыян күреүсегә һөжүм итеп маташа, ә һуңынан уны туҡмай. Әлеге ваҡытта водитель ҡулға алынған, унан полиция хеҙмәткәрҙәре һорау ала. Зыян күреүсе иһә төрлө тән йәрәхәттәрпе менән 21-се ҡала клиник дауаханаһына һалынған. Табиптар уның хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһалай.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ