Артистар драма, пьеса-әкиәт, трагедия, моно-спектакль, хәрби проза һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр тәҡдим иткән. Конкурста ҡатнашыусыларҙы Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев сәләмләне.
Фестиваль округтағы йәмәғәт проекттарының береһе. Конкурста йәштәр һәм балалар театр коллективтары ҡатнаша. Проект йәштәр театр сәнғәтен популярлаштырыу һәм йәштәрҙең мәҙәни даирәһен киңәйтеү маҡсатында ойошторола.




