Өфө автотранспорт колледжы «Һауа судноһы белгесе» йүнәлеше буйынса студенттар сығара

Өфө автотранспорт колледжы икенсе йыл рәттән «Һауа судноһы белгесе» йүнәлеше буйынса студенттар сығара. Уҡыу йортонда аэропорт хеҙмәткәрҙәре, йәғни хәүефһеҙлекте тәьмин итеүселәр, рейсҡа теркәлеү үткәргән диспетчерҙар әҙерләнә. Уҡыу барышы менән беҙҙең ижади төркөм танышты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова. 

Һәр әйберҙең үҙ төҫө. Пассажирҙарҙың багажын нисек тикшереү, самолетҡа индерергә ярамаған әйберҙәр исемлеге, сәфәргә юлланыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Быларҙың барыһына ла Өфө автотранспорт колледжында уҡыталар.

Студенттар сумаҙандарҙы тикшереүсе интроскоп ҡоролмаһы һәм пассажирҙарҙы рейсҡа теркәүсе «Астра» программаһы нескәлектәренә төшөнә. Яңы йүнәлештәрҙә ҡыҙҙар ғына түгел, егеттәр ҙә белем ала.

Рәсәйҙә һауа судноһына белгестәр әҙерләүсе ете уҡыу йорто бар, уларҙың береһе Өфөлә булыуы-абитуриенттарға профессия һайлауға киң мөмкинлектәр аса. «Һауа судноһы белгесе» йүнәлеше 4 йыл элек булдырыла. Ул «Өфө» халыҡ-ара аэропорты, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Өфө автотранспорт колледжы араһында төҙөлгән өс яҡлы килешеү нигеҙендә уҡытыла. Былтыр уҡыуын тамамлаған тәүге сығарылыш курсы студенттары Өфө, Сахалин һәм Санкт-Петербург аэропорттарында уңышлы эшләй.

Өфө аэропорты йылына 5 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Уларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн белгестәр ҙә кәрәк. Әлбиттә, аэропортта ла уҡыуҙар үтергә була, әммә тәжрибә күрһәтеүенсә, был уҡыуҙарҙы тамамлағандарҙың күбеһе бер-нисә ай ғына эшләй. Ә беҙҙең студенттар маҡсатлы рәүештә был һөнәрҙе һайлаған, тимәк эштә лә һынатмаясаҡтар.

Анастасия Саматова, Өфө автотранспорт колледжы уҡытыусыһы

Ҡабул итеү кампанияһы ла яҡынлаша. Өфө автотранспорт колледжының «Һауа судноһы белгесе» йүнәлешенә уҡырға инер өсөн аттестаттың урта балы 4,6 балдан да кәм булырға тейеш түгел.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ