Был турала Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығынан хәбәр итәләр. - 2020 йылдан алып республикала 50-нән ашыу ҙур социаль объект төҙөлгән. Уҙған йылда 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 2 колледж капиталь ремонтланған. Шулай уҡ 6 яңы поликлиника, 134 фельдшер-акушер пукнты асылған. Башҡортостан төрлө йәштәгеләр өсөн социаль гарантия системаһы булдырыла, ти үҙәк аналитиктары.




