Халыҡтың тормошон сағыуыраҡ, йәнлерәк итеү өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күп көс һала.Тап улар халҡыбыҙҙың рухи донъяһын, милли ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү юлында тынғыһыҙ хеҙмәт итә. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә һөнәри байрамын билдәләне. Теманың дауамы Бамйаҡ районынан әҙерләнгән репортажда.
Үҙ эшен бар күңеле менән яратҡан, фантазияға бай, киң уй-фекерлеләр генә мәҙәниәт өлкәһенә эшкә килә. Шундайҙарҙың береһе-«Хазина» халыҡ клубының етәксеһе Ильнара Исхаҡова. Ул үҙ шөғөлөнөң бар нескәлектәрен белеп, һөйөү, намыҫ менән башҡара.
Ильнара Исхаҡова ңеле менән ижадҡа ғашиҡ ханым. Үҙе лә ҡул эштәренә маһир. Оло быуын вәкилдәрен бергә туплап ул оҫталыҡ дәрестәре ойоштора, «Хазина» халыҡ клубының да етәкләй. Коллектив менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәргә лә йыш ҡына ылау оҙата.
Баймаҡ районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырыу, яңы таланттар асыу, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау маҡсатында һөҙөмтәле эш алып бара. Ошо юҫыҡта тоғро һәм фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәрҙе Гөлназ Йыһаншина ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Һөнәри байрам уңайынан ойошторолған тантаналы сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ эшсәндәре кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итә, халҡыбыҙҙың күркәм, матур йолаларын һаҡлап, уларҙы артабан ижади яҡтан үҫтереп, тормошобоҙға яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө өҫтәй.




